Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Август , 10:52

Ҡатын табылды. Иҫән-һау

Белорет районында юғалған ҡатынды эҙләү тамамланды.

Ҡатын табылды. Иҫән-һау
Ҡатын табылды. Иҫән-һау

5 августа ашығыс хеҙмәттәргә Аҙналы ауылы янында 1959 йылғы ҡатын юғалыуы тураһында хәбәр килә. Ире әйтеүенсә, улар урманда бергәләп бәшмәк йыйып йөрөгән, әммә ниндәйҙер мәлдә ул ҡатынын күҙҙән ысҡындырған.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары, полиция хеҙмәткәрҙәре, кинологтар һәм урындағы халыҡ ҡатнашлығында эҙләү саралары ойошторола. Эҙләүҙәр өс көн дауам итә. Кисә төндә көтөүсе урманда юғалған ҡатынды таба.

Юғалған ҡатынға урында уҡ ашығыс медицина ярҙамы күрһәтелә.

Автор:
Читайте нас: