Магнитогорск ҡалаһынан туристик төркөм Белорет районында тауға күтәрелә. Ҡайтырға ҡарар итеп, йәштәр бәләгә юлыға. Тауҙан төшөп килгәндә, улар айыуҙы күреп, ҡурҡып ҡалалар һәм Инйәр йылғаһы аша сығырға булалар. Әммә көслө ямғырҙар арҡаһында йылғаның һыу кимәле күтәрелә, ағым бик көслө була һәм туристар ҡамауҙа ҡала. Йәштәр ашығыс хеҙмәттәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.
Ярҙамға тиҙ арала Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары (Белорет) сыға, урынға юғары үтеүсәнлектәге йөк автомобилендә килә.
Катамаранда ҡотҡарыусылар туристарҙы икенсе ярға сығара һәм автомобилдә төркөмдө Рәүәт станцияһына тиклем алып киләләр. Медицина ярҙамы бер кемгә лә талап ителмәй.