Баҡсалағы иң мөһим бурыстар.
Йәшелсә һәм еләк-емештәрҙе йыйыу осоро. Сентябрь айында һуң өлгөрөүсе алмалар һәм грушаларҙы йыйып алалар. Шулай уҡ ҡыҙыл миләш, слива йыйыла. Уңышты аҫҡы ботаҡтарҙан йыя башлап, өҫкә табан күтәреләләр. Һуңғы сорт емештәр оҙайлы ваҡыт һаҡлана, тимәк, уларҙы оҙаҡ һаҡлар өсөн уңайлы урынды алдан кайғыртырға кәрәк.
Ҡыуаҡ һәм ағастар төбөнә ашламалар индерегеҙ. Емеш биреүсе үҫентеләр көҙгә арып, хәлһеҙләнә төшә, тимәк, был осорҙа уларҙы туҡландырырға кәрәк. Көҙөн тупраҡҡа азотлы ашламалар керетмәйҙәр, юҡһа япраҡ һәм йәш ботаҡтарҙың үҫешкә ҡуҙғалыуы мөмкин. Ә бына калийлы һәм фосфорлылары менән ашларға кәрәк. Бөгөн баҡсасылар кибеттәрҙә “көҙгө” минераль комплекстарҙы һатып алырға мөмкин. Шулай уҡ көл, суперфосфат, “сернокислый” һәм хлорлы калий ҡулланырга кәрәк.
Фото: agro-market24.ru