-4 °С
Болотло
Үткән аҙна менән сағыштырғанда ауырыуҙарҙың 31,7% артыуы билдәләнә, тип белдерҙеләр ведомствола.
«Ата-әсәләргә мөрәжәғәт итәбеҙ: балала сир йәки хәлһеҙлек билдәләре беленеү менән уны өйҙә ҡалдырығыҙ һәм табип саҡырығыҙ», — тиелә хәбәрҙә.
Класта йәки мәктәптә балаларҙың 20% ашыуы сирләй икән, белем биреү ойошмаһы етәкселеге дистанциялы уҡытыуға күсереү йәки уҡыу процесын туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Һүҙ уҡыусыларҙы ваҡытынан алда каникулға сығарыу йәки уларҙы оҙайтыу хаҡында бара, тип өҫтәнеләр Роспотребнадзор идаралығында.