Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Сентябрь , 10:50

Ике кеше йәрәхәтләнгән...

Белорет районында ҙур юл-транспорт ваҡиғаһы: 1 кеше һәләк булған, тағы ла 2 кеше йәрәхәтләнгән.

Ике кеше йәрәхәтләнгән...
Ике кеше йәрәхәтләнгән...

Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында, Бирҙеғол ауылы янында Chevrolet Lacetti, Lada Largus һәм Nissan Almera автомобилдәре бәрелешә.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты янғын һүндереүселәре, урынға килеп, зыян күреүселәрҙе ашығыс медицина ярҙамы бригадаһына тапшыра. 

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә 1978 йылда тыуған ир һәләк була. 1985 йылда тыуған ир һәм 1969 йылда тыуған ҡатын дауаханаға оҙатыла.

Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәбе асыҡлана.

Хөрмәтле водителдәр! Һәр ваҡыт уяу һәм үтә иғтибарлы булығыҙ! Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: автомобиль - ул хәүефле транспорт сараһы, һәм уның менән идара итеү ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә!

Автор:
Читайте нас: