Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Октябрь , 11:31

Октябрь аяҙ һауа торошонан башлана

Башгидромет хәбәр итеүенсә, республикала октябрҙең тәүге өс көнө аяҙ, яуым-төшөмһөҙ була, һауа температураһы 2-3 октябрҙә бер аҙ түбәнәйә.

Октябрь аяҙ һауа торошонан башлана
Октябрь аяҙ һауа торошонан башлана

1 октябрҙә яуым-төшөмһөҙ һауа торошо көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡ-көнсығышҡа үҙгәртеп талғын. Һауа температураһы төндә +4, +9°, көньяҡ-көнсығышта -1° тиклем, көндөҙ +17, +22°.

2 октябрҙә яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +1, +6°, урыны менән -4° тиклем, көндөҙ +13, +18°.

3 октябрҙә лә яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +1, +6°, урыны менән -4°, көндөҙ +13, +18°.

Автор:
Читайте нас: