Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Ноябрь , 10:46

11 градусҡаса һыуыта

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда 11 градусҡаса һыуыта, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

11 градусҡаса һыуыта
11 градусҡаса һыуыта

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +3, +8 градус.

3 ноябрҙә төндә ямғыр, ҡар, урыны менән боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа тайғаҡ булыуы фаразлана. Көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар, көньяҡта епшек ҡар. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +1, -4 градус, көндөҙ - 3, + 2 градус.

4 ноябрҙә урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, төндә урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -1, -6 градус, аяҙытҡанда -11-гә тиклем, көндөҙ 0, -5 градус.

Елена Перминова фотоһы.

Автор:
Читайте нас: