Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Ноябрь , 16:17

Башҡортостан курорттары – Рәсәйҙә иң популярҙары иҫәбендә

Рәсәйҙең тау саңғыһы курорттарында торлаҡты ҡуртымға алыу хаҡы 14% артҡан, тип хәбәр итте Суточно.ру торлаҡҡа заказ биреү сервисы һәм Money финтех-компания аналитиктары.

Башҡортостан курорттары – Рәсәйҙә иң популярҙары иҫәбендә
Башҡортостан курорттары – Рәсәйҙә иң популярҙары иҫәбендә

Быйыл ҡыш уртаса ставка 8 400 һум тәшкил итә. Туристар башлыса биш тәүлеккә заказ бирә һәм ҡуртымға 42 000 һум аҡса тотона.

Бронь буйынса быйыл ҡышҡыһын лидерҙар иҫәбендә – Эсто-Садок (Красная Поляна), Шерегеш һәм Кировск. Бынан тыш, популяр курорттар иҫәбенә Терскол (Эльбрус), Домбай, Архыз, Абҙаҡ, Белокуриха, Губаха һәм Йәшел Аҡлан (Яҡтыкүл) инде.

«Курорттарҙы асыу көнө әлегә иғлан ителмәгән. Ғәҙәттә, миҙгел Шерегешта һәм Кировскиҙа – ноябрь уртаһында, Эльбруста ноябрь аҙағында асыла. Торлаҡҡа ихтыяж ярайһы уҡ юғары. Урынға ҡарап, ул былтырғынан 20-40% юғары», – тип билдәләне Суточно.ру сервисының маркетинг буйынса директоры Айрат Мусин.

Иң ҡиммәт торлаҡ Эсто-Садокта (Красная Поляна), бында тәүлегенә 10 400 һум түләргә кәрәк, Архызда (Ҡарасәй-Черкесс Республикаһы) – 10 200 һум, Шерегешта (Кемеров өлкәһе) – 9 800 һум. Домбайҙа (Ҡарасәй-Черкесс) уртаса ставка – 9 600 һум, Абҙаҡта (Башҡортостан) – 9 300 һум, Терсколда (Ҡабарҙы-Балҡар) – 8 900 һум, Йәшел Аҡланда (Башҡортостан) – 6 900 һум, Кировскиҙа (Мурманск өлкәһе) – 5 400 һум, Белкурихала (Алтай крайы) – 5 000 һум, Губахала (Пермь крайы) – 4 100 һум.

Автор:
Читайте нас: