Дөйөм мәҡәләләр
5 Февраля 2025, 07:13

Иң тәмле һәм популяр эре помидор сорттары

Иң тәмле һәм популяр эре помидор сорттары

Иң тәмле һәм популяр эре помидор сорттарыИң тәмле һәм популяр эре помидор сорттары
Иң тәмле һәм популяр эре помидор сорттары

Карапуз. Иртә өлгөрә торған сорт. Асыҡ грунт өсөн яҡшы, бик эре түгел, әммә күп, ауырлығы 200-400 г самаһы.

Король Королей. Уртаса һуң өлгөрә, теплицалар өсөн яҡшы, йәшелсә 300-800 г була.

Бабушкин секрет. Уртаса өлгөрә, помидор 1 килограмға тиклем етергә мөмкин.

Ладья. Уртаса өлгөрә. Ҙурлығы 700 грамға тиклем етә.

Русская душа. Асыҡ грунт өсөн дә яҡшы, уртаса иртә өлгөрә. Уңышы бик күп була, ауырлығы – 600-900 г.

Пинк Буш. Ҡыҫҡа сорт. Помидоры 200 г тирәһе була.

Бабушкино. Уртаса иртә өлгөрә, ауырлығы – 400–600 г.

Бычье сердце гигант. Йөрәк формаһындағы емеше бик эре – 1,5 килограмға тиклем етә. Ҡаплана торған грунттар өсөн яҡшы.

Прелесть Роузы. Уртаса өлгөрә, һары төҫтә, баллы. 600 г самаһы була.

Беркли тай дай грин. Уртаса өлгөрә. Тышы йәшкелт-һары, үҙәге ҡыҙыл. Тәме үҙенсәлекле, емеше 350 г самаһы.

 

"1001 кәңәш" сайтынан

Автор:
Читайте нас