Дөйөм мәҡәләләр
19 Февраля 2025, 10:35

Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм гриптың яңы тулҡыны килде

Башҡортостанда һуңғы аҙнала миҙгелле респиратор инфекциялар менән сирләүселәр 10,7% артҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм гриптың яңы тулҡыны килдеКиҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм гриптың яңы тулҡыны килде
Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм гриптың яңы тулҡыны килде

 Киҫкен респиратор инфекцияһын йоҡтороуҙың 26 меңдән ашыу теркәлгән, шуларҙың яртыһы – 14 йәшкәсә балалар, тип хәбәр итә Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы.

Күҙәтеү ведомствоһында билдәләүҙәренсә, 59,9% – грипп. Хәҙер республикала гриптың А (H1N1) вирусы өҫтөнлөк итә. Әммә уға алмашҡа В вирусынең килеүе әле үк асыҡ күренә.

«Ҡағиҙә булараҡ, был ҙур булмаған икенсе тулҡындың килеүен раҫлай», –– тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзорҙың матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостанда ике мәктәп һәм бер балалар баҡсаһы тулыһынса карантинға ябылды. 14 мәктәптә 24 класс һәм туғыҙ балалар баҡсаһында 24 төркөм өлөшләтә эшен туҡтатты.

Автор: