Дөйөм мәҡәләләр
14 Марта 2025, 11:30

Теплица өсөн помидор орлоғо һайлайбыҙ

Баҡсасылар ҡайһы сорттарына өҫтөнлөк бирә?

Теплица өсөн помидор орлоғо һайлайбыҙТеплица өсөн помидор орлоғо һайлайбыҙ
Теплица өсөн помидор орлоғо һайлайбыҙ


Тәжрибәле баҡсасылар теплицала помидорҙың индетерминант типтағыһын үҫтерә.  Помидорҙары эре һәм бик тәмле була. Айырыуса йәйге салаттар, бутербродтар өсөн яҡшы улар.  Индетерминант типтағы помидорҙар 2 метрға тиклем үҫә, уның артыҡ һабаҡтарын киҫеп, 1-2 һабаҡ ҡына ҡалдыралар.

Әлбиттә, һәр баҡсасының үҙенең яратҡан сорттары була. Яңы ғына баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә башлаусылар теплицала “Розовая мечта”, “Тяжеловес Сибири”, “Пузата”, “Третьяковский”, “Розовый бык”, “Розовый инжир”, “Батяня”, “Бакинский великан”, “Розовый гигант”, “Сахарный гигант”, “Гигант лимонный”, “Желтый гигант”, “Уральский гигант” кеүек сорттарҙы үҫтерә ала. Уларҙың помидорҙары эре, итле һәм  уңышты ла  күп бирә.

Ыуаҡ помидор яратыусыларға “Клубничка”, “Клубничка желтая”, “Финик сибирский”, “Синяя гроздь”, “Черная гроздь”, “Детская радость” сорттарын ултыртырға мөмкин. Улар тәмле лә, табындағы ризыҡтарҙы биҙәү өсөн дә бик матур.

 

Автор:
Читайте нас