Бөтә яңылыҡтар
10
Дөйөм мәҡәләләр
4 Апрель , 12:55

Абҙаҡ кейәүенең ғаиләһендә ауыр ҡайғы

Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың ғаиләһендә ауыр ҡайғы. Артист социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, уның әсәһе Бибинур Ғәлим ҡыҙы мәрхүм булған

Абҙаҡ кейәүенең ғаиләһендә ауыр ҡайғы
Абҙаҡ кейәүенең ғаиләһендә ауыр ҡайғы

«Хуш, Әсәй, тыныс йоҡла», — тип яҙған Айҙар Ғәлимов.

Бибинур Ғәлим ҡыҙы оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән. Тормош иптәше Минниғәни Бәхтиғәни улы менән ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ғаиләбеҙ ижади, һәр саҡ музыка уйнап торор ине, тип хәтерләй Айҙар Ғәлимов. 

«Беҙҙең өйҙән йыр-моң өҙөлмәне. Атай тальян-гармунда һыҙҙырып уйнай ине, ә әсәйем матур йырлай ине. Әсәйемдең әсәһе лә матур йырланы, уларҙың тауышын яҙҙырып өлгөрмәүемә  үкенәм. Бынан тыш, атай-әсәйем халыҡ театрҙарында сығыш яһай торғайны. Шуға күрә минең ижад юлын һайлауым осраҡлы хәл булманы», — тип хәтирәләре менән уртаҡлашлы йырсы.

 

Башинформ. 

Фото: социаль селтәрҙәрҙән. 

Автор:
Читайте нас: