Дөйөм мәҡәләләр
6 Апреля 2025, 09:07

Һолоноң файҙаһы

Бауырҙы, үт юлдарын, ҡан тамырҙарын таҙарта, йоҡоно тергеҙә, дөйөм торошто яҡшырта.

Һолоноң файҙаһыҺолоноң файҙаһы
Һолоноң файҙаһы

Боронғо һыналған рецептар.

1. Таҙартылмаған 1  аш ҡалағы һолоға 0,5 литр һыу (фильтрланған булһа яҡшыраҡ) ҡойоп, төнгөлөккә ҡуйығыҙ.  Юғары ҡан баҫымы менән яфаланығыҙ икән, 1 аш ҡалағы бойҙай ярмаһы ла өҫтәгеҙ.

Иртәгәһенә шул уҡ һыуҙа, ҡапҡасын япмай ғына, ҙур утта, 2 минут, һуңынан утты кәметеп 5 минут ҡайнатып алырға кәрәк. 10 минут таҫтамал аҫтында тотоп алығыҙ!  Ашар алдынан һәм көн дауамында эсегеҙ.

2. 1 стакан һолоно иләктән, дуршлаг аша ла мөмкин, үткәрергә, йыуырға һәм 1 литр ҡайнар һыу ҡушып, термоста төнгөлөккә ҡалдырығыҙ.  Һөҙөп, иртәнге ашҡа тиклем эсергәкәңәш ителә. Төнәтмәне оҙаҡ һаҡларға кәрәкмәй,  сөнки ул тиҙ әсей.

Дауалау курсы - 10 көн.

Холестерин түбәнәйә, тоҙҙар, шлактар һәм ҡом сыға.

 

Фото: ozon.kz

Автор:
Читайте нас