Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Апрель 2025, 12:27

Ҡайын һыуы йыйыр мәл етте

Файҙалы, шифалы ҡайын һуты йыйыр мәлде үткәреп ебәрмәгеҙ, әммә уны дөрөҫ итеп алыуҙың ҡағиҙәләрен дә белегеҙ, бер үк ҡайындарға хилафлыҡ килтермәгеҙ.

Ҡайын һыуы йыйыр мәл етте
Ҡайын һыуы йыйыр мәл етте

Ҡайын һыуы иммунитетты күтәрә, ҡанды таҙарта, йөрәк, бөйөр кеүек ағзаларҙың эшмәкәрлеген көйләй, мейелә ҡан әйләнешен яҡшырта, аҡыл эшмәкәрлегенә лә ыңғай тәьҫир итә, ҡан баҫымын тигеҙләй.

Ҡайын һыуынан кеүәҫ рецепттары

10 литр ҡайын һыуын һөҙөп, шуға 3-4 лимон һуты һығып һалабыҙ. 50 грамм сүпрә, 3-4 бөртөк йөҙөм, 40 грамм бал өҫтәп болғатабыҙ. Кеүәҫ 3-4 көндән һуң өлгөрә. Әҙер эсемлекте һөҙөп, банкаларға ҡоябыҙ һәм һалҡынса урында һаҡлайбыҙ.

Өс литрлыҡ  банкаға 2,5 литр ҡайын һыуы ҡоябыҙ.  Шуға 50-шәр грамм йәҙәм һәм ҡыҙҙырылған ҡәһүә бөртөктәре, ярты стакан шәкәр, 2-3 телем киптерелгән арыш икмәген (ҡатыһын) өҫтәп, банка ауыҙына резина бирсәткә кейҙереп ҡуябыҙ. Бирсәткә башта тулып ҡабара. Шиңеп төшкәс, кеүәҫ әҙер тигән һүҙ. Эсемлекте һөҙөп, һалҡынса урынға урынлаштырабыҙ.

1001 кәңәш. 

Фото: food.ru

Автор:
Читайте нас