+1 °С
Ҡар
Сәсер алдынан, бысҡы онтағын ҡайнар һыу менән ике тапҡыр бешекләп алам. Ундағы бактериялар, бәшмәктәр һәм зарарлы микроорга низмдарҙы юҡҡа сығарыу өсөн кәрәк был. Һауытҡа 4 сантиметр ҡалынлыҡта тултырам һәм, бүртһен өсөн, өҫтөнә йылы һыу ағыҙам. Айырым һауытҡа бер аҙ ғына бысҡы вағы һалып, һыу ҡоям.
Быныһы орлоҡтарҙы күмеү өсөн кәрәк. Шунан һауытҡа орлоҡтарҙы сәсеп, ағас вағы менән күмәм. Шытып сыҡҡансы, полиэтилен менән ҡаплап тотам. Һыу һибеп торам. Ҡыярҙы, өс япраҡлы булыуға, тупраҡҡа күсереп ултыртам.
"1001 киңәш".