Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Апрель 2025, 09:55

Аҙашыусылар табылды

Белорет районында ҡотҡарыусылар Ҡурташ тауы янында юғалған туристарға ярҙам итә.

Аҙашыусылар табылды
Аҙашыусылар табылды

Кисә көндөҙ урман массивында Магнитогорскиҙан ял итергә килгән ҡатын һәм уның улы юғалған ине. Ғаилә тәбиғәттә йөрөргә сыға, аҙаша һәм үҙ аллы автомобиленә кире ҡайта алмай.

Ҡатын ҡотҡарыусылар менән бәйләнештә булыуына ҡарамаҫтан, геолокацияны тапшырыу килеп сыҡмай, сөнки районда мобиль интернет юҡ.

Ҡотҡарыусылар шунда уҡ эҙләүгә сыға. Бәхеткә күрә, әсәһе улы менән Уралтау тимер юл станцияһы янына үҙаллы сыға ала. Шулай ҙа артабан юлын дауам итмәй, ҡотҡарыусылар килеүен көтәләр. Уларҙы ҡотҡарыусылар ҡаршы ала һәм туҡтатылған машинаға оҙата.

Автор:
Читайте нас