Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Май 2025, 11:34

Һәләк була яҙғандар...

Биш турист байдаркала әйләнеп боҙло һыуға төшөп киткән.

Һәләк була яҙғандар...
Һәләк була яҙғандар...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары өс байдаркала бәләкәй Инйәр буйлап аҡҡан биш туристы ҡотҡарған.

Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан йыйылма турист төркөмө маршрутын Белорет районының Бирҙеғол ауылынан башлаған. “Айғыр һикәлтәләре”н үткән ваҡытта көслө ағым уларҙың байдаркаларын әйләндереп һалған, кешеләр боҙло һыуға ҡолап төшкән...

Ярай әле, был тирәлә дежур иткән ҡотҡарыусылар ваҡытында ярҙамға килеп еткән. Улар туристарҙың һәр береһен эләктереп алып, ярға сығарған. 

Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты. 

Автор:
Читайте нас