Дөйөм мәҡәләләр
20 Мая 2025, 10:57

Айыуҙан таланған ир вафат булған

Белорет үҙәк район дауаханаһында айыуҙан зыян күргән 70 йәшлек ир вафат булған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Айыуҙан таланған ир вафат булғанАйыуҙан таланған ир вафат булған
Айыуҙан таланған ир вафат булған

 Был хаҡта «Башинформ»ға үҙ сығанағы хәбәр итте. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте был мәғлүмәтте раҫланы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғәле хәл 4 майҙа Әбйәлил районының Шәрип ауылы янында теркәлгән. Урманда ҡайын ороһо йыйып йөрөгән 70 йәшлек иргә айыу ташланған. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, ауыр хәлдәге пациентты Белорет дауаханаһына килтергәндәр.

Белорет табиптары ике аҙна буйына пациенттың ғүмере өсөн көрәшкән.  Улар бер нисә ҡатмарлы операция яһаған, береһе алты сәғәт дауам иткән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирҙе ҡотҡара алмағандар.

Автор: