Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Май 2025, 12:47

Ҡаты ҡорттан нисек ҡотолорға?

Баҡсасылар иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем түтәлдәрҙә ҡаты ҡорт (проволочник) менән көрәшә.

Ҡаты ҡорттан нисек ҡотолорға?
Ҡаты ҡорттан нисек ҡотолорға?

Йәшелсә-емешкә ул ҙур зыян килтерә. Шәхси ихатала был ҡоротҡостан нисек ҡотолорға һәм уңышты нисек һаҡларға?

Ҡаты ҡорттар картуф, кишер һәм сөгөлдөр, һуған, күбеҫтә, кукуруз һәм ҡыяҡлы үҫемлектәрҙең тамырҙарын ярата. Улар был йәшелсәләрҙең тамырын кимерә башлағас та улар “ауырый” һәм ваҡытында сара күрелмәһә бөтөнләй һәләк була.
Ҡаты ҡорт ашаған картуф, һуған, кишер һәм сөгөлдөр насар һаҡланасаҡ.  Иң насары -  йәшелсәләр серей башлағанда насар еҫ тарала. Зарарлы ҡоротҡостар менән көрәште ҡар яуғансы башҡарып ҡалырға кәрәк.
— Ҡаты ҡорт менән көрәштең беренсе алымы – ерҙе 30-35 сантиметр самаһы тәрәклектә ҡаҙырға һәм аммиак селитраһы һибергә. Яҙын иһә картуф сәскәндә  химик препараттар ҡулланырға тәҡдим итәм. Провотокс, Престиж, Метаризин, Децис, Волиам Флекси, Базудин, Актара кеүек препаратар картуф уңышын һаҡларға ярҙам итәсәк.  Бынан тыш, баҡсағыҙҙа ҡаты ҡорт күп икән, тәү сиратта йәшелсә үҫтереүҙән баш тартып торорға кәрәк. Көҙөн уңышты йыйып алғас, арыш һәм һолоно сидерат итеп үҫтермәгеҙ, - тигән кәңәш бирә Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең  агроном-энтомологы Алина Мусина.

Автор:
Читайте нас