2025 йылдың икенсе ярты йыллығына “Урал” гәзитенә яҙылырға ашығығыҙ!
Ҡәҙимге хаҡтар: 3 айға - 590 һум 55 тин. 6 айға - 1181 һум 10 тин. Әйткәндәй, июнь айының беренсе яртыһында декада иғлан ителәсәк. Был осорҙа һеҙ бер аҙ осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылып ҡала алаһығыҙ.
Гәзиттең электрон версияһы: 3 айға - 393, 6 айға - 786 һум. Гәзит сыҡҡан кѳндә үк электрон версияһы һеҙҙең телефонығыҙға WhatsApp ҡушымтаһы, "Бәйләнештә" социаль селтәре аша йәки электрон почтағыҙға ебәрелә.
Гәзитебеҙгә почта бүлексәләрендә, шулай уҡ мөхәрририәткә килеп тә, шылтыратып та яҙылырға мөмкин.
“Урал”ға яҙылыусылар, ғәҙәттәгесә, “Аҙна бүләге”ндә ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Бының өсөн квитанция күсермәһен почта аша (адресыбыҙ: Белорет ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 55/1), йәки фотоға төшөрөп, “Урал”дың электрон почтаһына URAL_bel@mail.ru ебәрергә, шулай уҡ мөхәрририәткә алып килергә мөмкин.
Хөрмәтле милләттәштәр!
Район-ҡалабыҙҙа башҡорт телендә донъя күргән, берҙән-бер баҫмала Иҙел башына бәйле мөһим хәл-ваҡиғалар, даланлы милләттәштәр, медицина, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан батырҙар тураһында, кѳнитмешебеҙ, ѳлгѳлѳ һәм татыу ғаиләләр, йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеге, хеҙмәт һөйгән тырыш кешеләр, һәләтле йәштәр, үҫеп килгән балалар хаҡында мәҡәләләр донъя күрә. Ғөмүмән, һәр гәзит - ябай халыҡ менән йәмғиәтте тоташтырып торған үҙенсәлекле күпер ул. Рәсәйҙә, Башҡортостанда барған хәл-ваҡиғалар менән, ғәҙәттә, телевидениенан, үҙәк гәзиттәрҙән танышһаҡ, урындағы йәшәйеште, нигеҙҙә, район баҫмаларынан ентекле беләбеҙ.
Йыл һайын гәзит-журналдарға яҙылыу осоро етһә, һеҙгә мөрәжәғәт итәбеҙ, ваҡытлы баҫмаларға яҙылырға, алдырып уҡырға өндәйбеҙ. Элегерәк кешеләр көнө буйы почта килерен көтөп, ҡапҡа тышындағы йәшникте алмашлап ҡарай ине. Ул ваҡытта матбуғат уҡымаған кеше, гәзит-журнал алдырмаған ғаилә булманы. Өйҙәге һәр кемдең яратып көтөп алған гәзите йә журналы булды, почтальон бер ҡосаҡ баҫма килтереп киткәс, бөтә ғаилә бергәләшеп ултырып уҡыр ине.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу бик һүлпән бара, гәзит-журнал алдырыусылар һаны кәмегәндән-кәмей... Бар мәғлүмәтте Интернет селтәренән генә уҡып белгән кешеләр үҙҙәрен ниндәй рухи аҙыҡтан мәхрүм иткәндәрен аңлаһасы?! Эйе, Интернетта бөтә нәмә лә бар. Ләкин ундағы мәғлүмәт милли матбуғатты бер ҡасан да алыштыра алмай!
Берәй заман Интернет мәғлүмәттәре менән генә мөрхәтһенеү осоро ла үтер, яңы быуын кешеләре аҡыллыраҡ булыр һәм бөгөн беҙҙең баҫмаларҙа яҙылғандарҙы эҙләп табыр, уҡыр, өйрәнер, тигән өмөт менән гәзитебеҙҙе һаҡлап ҡалырға, киләһе быуынға еткерергә тырышабыҙ.
“Урал”ды намыҫ итеп алдырайыҡ, сөнки гәзиттең тиражы ошонда йәшәгән халыҡтың берҙәмлеген күрһәтә. Уны һаҡлап ҡалыу район-ҡалала йәшәгән башҡорттарҙың мөҡәддәс бурысы!
Яҙылығыҙ! Уҡығыҙ! Таратығыҙ!
МӨХӘРРИРИӘТ.