+1 °С
Ҡар
1 килограмм груша өсөн 1-1,2 кг шәкәр ҡомо, 1 стакан һыу һәм 1 сәй ҡалағы лимон кислотаһы кәрәк буласаҡ.
Һыу һәм ярты өлөш шәкәрҙән сироп яһайбыҙ, лимон кислотаһы ла шунда өҫтәлә.
Сироп ҡайнап сыҡҡас, туралған грушаларҙы һалабыҙ. Ҡайнатма әҙер булыр алдынан ҡалған шәкәр ҡомон өҫтәп, яҡшылап болғайбыҙ.
Сәй янына тәмле ҡайнатма әҙер!