Тантаналы сара Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан үтте.
10 сентябрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының районы буйынса бүлеге менән 20-се мәктәп араһында “Полиция кластары” социаль-хоҡуҡи йүнәлештәге кластарҙы үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. VII һәм X класс базаһында ҡалала һәм районда берҙән-бер профилле полиция кластары булдырылды.
Сарала районы буйынса эске эштәр бүлеге етәксе һәм шәхси состав ҡатнашты. Бүлек начальнигы, полиция полковнигы Тимур Сәйетгәрәев уҡыусыларға өгөт-нәсихәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте, ул балаларға бындай яуаплы аҙымға барғанда, полиция хеҙмәткәре булыуҙың ҙур яуаплылыҡ икәнен иҫтә тоторға, үҙ иленең тәртипле, законға буйһонған граждандары булырға тейешлеген иҫкә төшөрҙө.
Сара сиктәрендә уҡыусылар кадеттарҙың тантаналы антын ҡабул итте һәм шеврондар алды.
Яңы профилле кластарҙа дөйөм белем биреү дисциплиналарынан тыш, криминалистика нигеҙҙәре, хоҡуҡи, строй, медицина, ут һәм дөйөм физик әҙерлек, шәхси хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм башҡа мөһим практикалар индереүҙе күҙ уңында тотҡан махсус курстар индерелә.
Полиция кластарын асыу - уҡыусылар өсөн буласаҡ һөнәрҙең нигеҙҙәре менән танышыу өсөн яҡшы мөмкинлек бирә.
Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.