Әммә онотмағыҙ, ҡулығыҙҙа - хәүеф сығанағы, бөтә пиротехник әйберҙәр янар һәм окисландырыусы матдәләрҙән тора. Янғындарҙың байтаҡ өлөшө пиротехниканы ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу, йәки сертификация һынауҙарын үтмәгән сифатһыҙ продукцияны ҡулланыу арҡаһында килеп сыға. Ошоларҙы иҫтә тотоп, уларҙы ҡулланыу ҡағиҙәләрен тағы ла бер иҫкә төшөрөп үтеү зыян итмәҫ.
Пиротехник продукцияны ҡулланыу тик етештереүсе заводтың эксплуатация буйынса инструкция талаптарына ярашлы башҡарылырға тейеш. Унда уны ҡулланыу шарттары буйынса сикләүҙәр, хәүефһеҙ эшләтеп ебәреү ысулдары, хәүефле зонаның ҙурлығы, һаҡлау шарттары, ҡулланыу ваҡыты һәм утилләштереү ысулдары күрһәтелергә тейеш.
Пиротехниканы биналарҙа, ҡоролмаларҙа, шулай уҡ ҡы-
йыҡтарҙа, балкондарҙа, лоджияла, шартлау һәм янғын хәүефе янаған объекттарҙа, электр тапшырыу линиялары янында, концерт, тантаналы саралар үткәрелгәндә сәхнә майҙансыҡтарында, мәҙәни мираҫ объекттары, ҡурсаулыҡтар, заказниктар, милли парктар биләмәләрендә ҡулланыу тыйыла! Ҡулланыу буйынса инструкция һәм тап килеү сертификаты булмаһа, ҡулланыу ваҡыты үткән, боҙолоу эҙҙәре булған әйберҙәрҙе ҡулланырға ярамай.
Петардалар һәм фейерверктарҙы ҡулланыр алдынан инструкцияны ентекләп уҡығыҙ. Утты тоҡандырыр алдынан һеҙ әйберҙең башы ҡайҙа һәм ут элементтары ҡайҙан осоп сығыуын теүәл белергә тейешһегеҙ. Фейерверктарҙы кеше яғына, хатта шаяртыу өсөн дә, йүнәлтергә ярамай. Старт өсөн майҙансыҡ тигеҙ булырға тейеш, уның өҫтөндә ағастар, электр тапшырыу линиялары һәм башҡа ҡаршылыҡтар булырға тейеш түгел. Бынан тыш, уларҙың торлаҡ йорттарҙан кәм тигәндә 50 метр алыҫлыҡта булыуы мөһим. Ракеталар йыш ҡына балкондарға йәки тәҙрә быялаларын ватып, фатирҙарға осоп инә һәм янғын сығара. Фейерверктарҙың кешеләргә эләгеүе мөмкин.
► кешеләргә һәм хайуандарға утлы петардалар ташламағыҙ;
► балаларға петардалар атыу тыйыла;
► утлы петарданы ҡулығыҙҙа тотмағыҙ;
► петарданы банкаға, көршәккә, шешәгә һалырға ярамай;
► янып торған фейерверкка 5-10 метрҙан да яҡыныраҡ барырға ярамай;
► петардаларҙы ҡаптарында һаҡларға һәм ташырға кәрәк;
► уларҙы кеҫәләргә һалмағыҙ;
► петардаларҙы һүтеп ҡарау тыйыла;
► усаҡта фейерверк яндырыу ҡәтғи тыйыла;
► бер ниндәй осраҡта ла пиротехника өҫтөнә эйелмәгеҙ;
► әгәр ул эшләмәһә, уны тикшерергә һәм ҡабат ҡабыҙырға тырышмағыҙ;
► ракеталарҙы ҡоҙоҡло ихаталарҙа, фатирҙарҙа, йорт эргәһендә һәм ҙур булмаған кәртәле биләмәләрҙә эшләтмәгеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, һәр конкрет әйберҙең ҡабыҙыу урыны инструкцияла күрһәтелергә тейеш;
► яндырғандан һуң үҙегеҙҙән 5-6 метр алыҫлыҡҡа ситкә ырғытығыҙ, йәки филтә яндырылғандан һуң ергә ҡуйығыҙ һәм тиҙ арала 5-6 метрға ситкә китегеҙ.
Фейерверктарҙы ике тәүлеккә тиклем һыуға һалып юҡ итәләр. Аҙаҡ уларҙы көнкүреш сүп-сарҙары менән бергә сығарып ташларға мөмкин. Ошо ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү һеҙгә Яңы йыл байрамдарында бәлә-ҡазанан ҡотолорға һәм был көндәрҙе бәхетле, шатлыҡлы итергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
Илдар АҠКУЧУКОВ, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитетының ҡалалағы янғындарҙы иҫкәртеү үҙәге инструкторы.