

Коллектив хәүефһеҙлек тураһында килешеү ойошмаһы ағзалары булған дәүләттәрҙең төбәк инициативаһы сиктәрендә үткәрелгән был операция законһыҙ миграцияға ҡаршы тороуға һәм Рәсәй Федерацияһы территорияһында хоҡуҡ тәртибен нығытыуға йүнәлтелгән.
Белорет ҡалаһы урамдарында һәм район тирәһендә хоҡуҡ һаҡлау органдары эшенең тәүге һөҙөмтәләре күренә башланы ла инде. Операция барышында Рәсәй территорияһында булыу ваҡытын боҙған ике сит ил гражданы асыҡлана һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының өс гражданы миграция ҡануниәтен боҙоуҙа ярҙам иткән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Был саралар миграция нормаларын һәм ҡағиҙәләрен үтәүҙең мөһимлеген, шулай уҡ был өлкәләге хәлде әүҙем контролдә тотоу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. “Нелегал-2026” операцияһы хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлауға ғына йүнәлтелмәй, ә беҙҙең төбәктә йәшәгән һәм эшләгән һәр кем өсөн хәүефһеҙ мөхит булдырыу өсөн дә хеҙмәт итә.
Миграция өлкәһендә криминоген хәлде тотороҡландырыу - хоҡуҡ һаҡлау органдарының да, урындағы халыҡтың да берлектәге тырышлығын талап иткән бурыс. Һәр беребеҙҙең законлылыҡты һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа ҡатнашыуы хәүефһеҙ киләсәктең нигеҙе булып тора.
Беҙ бөтә граждандарҙы ла иғтибарлы һәм яуаплы булырға, шулай уҡ шикле ғәмәлдәр йәки миграция ҡануниәтен боҙоуҙар тураһында хәбәр итергә саҡырабыҙ. Бергәләп кенә ҡалабыҙҙа һәм районда йәшәү һәм эшләү өсөн уңайлы шарттар булдыра, унда йәшәүселәрҙең барыһына ла хәүефһеҙлек һәм тотороҡлолоҡ тәьмин итә аласаҡбыҙ.
Евгения Лисовская, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.