Дөйөм мәҡәләләр
7 Августа , 06:21

Мутлашыусы асыҡланды

02 хәбәр итә.

Мутлашыусы асыҡландыМутлашыусы асыҡланды
Мутлашыусы асыҡланды

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә урында йәшәгән ҡатын аҡса урлау тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡатын Интернет селтәрендә сайт эшләү өсөн мутлашыусыға 50 000 һум самаһы аҡса күсерә. Әммә заказды ҡабул итеүсе дауаханаға эләккәндән һуң, йөкләмәләрҙе үтәү туҡтатыла. Медицина учреждениеһынан сыҡҡас, ул бөтә сумманы ҡабаттан түләүҙе талап итә, унан һуң бөтөнләй бәйләнешкә сыҡмай.

Полиция хеҙмәткәрҙәре Мәскәү өлкәһендә тыуған, мутлашыуҙа шикләнелгән ҡатынды ҡулға ала. Тикшереү барышында уның Белорет район-ара суды ҡарары буйынса элек ҡылынған мутлашыу өсөн эҙәрлекләнеүсе асыҡланған.

Был факт буйынса Рәсй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Статья санкцияһы 5 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.

Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алынған ҡатындың законһыҙ эшмәкәрлегенең бөтә эпизодтарын асыҡлауға йүнәлтелгән оператив-эҙләү сараларын үткәрә. Тикшереү дауам итә.

Евгения Лисовская, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас