Бөтә яңылыҡтар
Экология
27 Июль 2021, 14:40

Урман хужалығында - Себер шыршылары

Инйәр урман хужалығының ике теплицаһында өс айлыҡ һәм бер йыллыҡ Себер шыршылары үҫә. Уларҙы икенсе йыл яҙын күсереп ултыртасаҡтар.

Урмансылар орлоҡто үҙҙәре әҙерләй, ә уңыш булмаған йылдарҙа башҡа урман хужалыҡтарынан һатып алырға тура килә. Әҙер орлоҡтарҙы участка лесничестволарына үткән йылғы урман культураларын тулыландырыу өсөн бүләләр, өлөшләтә һаталар ҙа.

Себерт шыршыһы үҫентеһен үҫтереүе ауыр. Теплицалағы үҫентеләр минераль ашламалар менән эшкәртелә, уларға һыу һибелә.Ике-өс йылдан һуң йәш үҫентеләрҙе ҡул менән көсө менән, гектарына 4 мең төп, күсереп ултыртасаҡтар.

Бының менән генә урмансыларҙың эше тамамланмай әле. Урман культураларына агротехник тәрбиәләү ҙә талап ителә.

Себер шыршыһы ҡарағай, ҡарағастан айырмалы, күләгәле урындарға бирешмәй. Ҡырағай хайуандар ҙа һирәк зыян килтерә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: