Бөтә яңылыҡтар
Экология
10 Август 2021, 20:36

Ҡаһарман кешеләргә рәхмәт әйтәм

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Хәйбулла районында.

“Был пост техника, янғындар, урмандар түгел, ә кешеләр тураһында. Улар төрлө - урындан һәм бар Башҡортостан райондарынан килгәндәр. Йәштәр һәм ҡарттар, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар, чиновниктар һәм эшселәр. Уларҙың барыһы ла республиканың көньяғындағы урман һәм яландарҙа барған янғындар менән көрәшер өсөн берләшкән. Күпселек урман янғындары локалләштерелгән, тик ут тәбиғи сәбәптәр, шулай уҡ ут менән хәүефһеҙ эш итеү, ә ҡайҙалыр, хатта махсус ут төртөүҙәр сәбәпле яңынан килеп сығып тора. Һәм инде икенсе аҙна тәбиғәт стихияһы менән көрәшкән был ҡаһарман кешеләргә рәхмәт әйтеп ихтирамымды белдерәм. Хәйбулла районында республика штабы үткәрҙем. Бында урман янғындары теркәлгән башҡа райондарҙы ла, ресурстар һәм техниканы йәлеп итәбеҙ. Һәм кешеләрҙе. Алдан һөйләшкәнсә - беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”,
тип яҙҙы ул.
Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: