Бөрйәндә – 14, Хәйбуллала һәм Йылайырҙа- 2-әр, Ейәнсура менән Белоретта 1-әр урында урман яна. Уларҙың 16-һы локалләштерелгән.
Тәбиғәт афәте менән көрәшкә 275 берәмек техника һәм 946 кеше йәлеп ителгән.
Оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, дауаханаға эләгеүселәр юҡ.
- Әле янғын үткән биләмәләрҙә, өргән ел кире утты тоҡандырмаһын өсөн, даими күҙәтеү ойошторолған. Бөтә көстәрҙе Урыҫбай ауылына ташланыҡ, өс район сигендә һыҙаттар һөрөп һалдыҡ. Шулай итеп Ейәнсура һәм Йылайыр райондарынан килгән ут фронтын туҡтаттыҡ. Янғынды контролгә алдыҡ, тип әйтә алам, - ти Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.