Экология
20 Августа 2021, 13:13

Инйәр урмандары яна

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, район биләмәһендә өс урман янғыны усағы бар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Инйәр урмандары янаИнйәр урмандары яна
Инйәр урмандары яна

Улар барыһы ла кеше барып етмәҫтәй, ҡая-ташлы участкала — Тирлән һәм Инйәр урмансылыҡтарында теркәлгән. Утты һүндереүгә янғын һүндереү техникалары ла, кешеләр ҙә йәлеп ителгән, ауылдарға хәүеф янамай. Туристарҙың яратҡан урыны - Инйәр таш һындары биләмәһендәге янғын 13 августа уҡ тоҡанған, унда мүк, ҡыуаҡлыҡтар быҫҡып яныуын дауам итә.

Автор:Эльвира Хамзина