Бөтә яңылыҡтар
Экология
30 Сентябрь 2021, 13:01

Үҙенсәлекле тәбиғәт объекттары Конституция яҡлауына индерелде

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай төбәктә туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән бер нисә закон ҡабул итте.

Үҙенсәлекле тәбиғәт объекттары Конституция яҡлауына индерелде
Үҙенсәлекле тәбиғәт объекттары Конституция яҡлауына индерелде

Башҡортостан Конституцияһы положениеһына ярашлы, экологик һәм мәҙәни-тарихи әһәмиәткә эйә үҙенсәлекле тәбиғәт объекттары —республиканың махсус яҡлауында. Улар араһында «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, «Асылыкүл », «Ҡандракүл », «Мораҙым тарлауығы», «Ирәмәл» тәбиғәт парктары, Ҡуштау, Торатау, Йөрәктау шихандары бар.

«Милли мираҫ дәүләт реестрын булдырғандан һуң был исемлек киңәйтелә. Бынан тыш, мәмерйәләрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән закон ҡабул итеү күҙаллана», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: