Бөтә яңылыҡтар
Экология
26 Октябрь 2021, 17:35

Күнекмәләр үтте

Белорет металлургия комбинатында граждандар оборонаһы буйынса күнекмәләр үтте.

Күнекмәләр үтте
Күнекмәләр үтте

Күнекмәләрҙә комбинаттың 40-ҡа яҡын хеҙмәткәре ҡатнашты.Улар ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү буйынса практик белемдәрен арттырҙы, әҙерлектәрен тикшерҙе.

Легенда буйынса, комбинаттың аммиак һаҡлағысында радио менән идара итеүсе шартлатҡыс эшләп китә. Һөҙөмтәлә 20 килограмға яҡын аммиак түгелә һәм 4 кеше зыян күрә. Белорет металлургия комбинаты белгестәре махсус техника ярҙамында аммиакты зарарһыҙландырыу буйынса һыу кәртәһе ҡуйҙы. Зыян күреүселәргә беренсе ярҙам күрһәтеп, зарарланыу зонаһынан сығаралар.

“Ҡуйылған бурыстар үтәлде. Комбинат хеҙмәттәренең ғәмәлдәр алгоритмы яйға һалынған. Беҙҙең билдә - яҡшы”, - тине район хакимиәтенең Граждандар оборонаһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр эше буйынса сектор мөдире Сергей Ляпин.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: