Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы белгестәре хәбәр итеүенсә, 9 ноябрҙә республикала ямғырҙар башлана, ә шаршамбы епшек ҡар яуыуы көтөлә.
«Урыны менән сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ел йүнәлешен көньяҡтан төньяҡҡа үҙгәртә, көсәйеүсән. 10 ноябрҙә һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -2,+3 градусҡа тиклем түбәнәйә», — тип белдерҙе синоптиктар.
11 ноябрҙә республикаға арктик һыуыҡ килә. Һауа температураһы төндә -6,-11, аяҙытҡанда иһә -13,-18 градусҡаса түбәнәйә. Көндөҙ термометр бағанаһы -1,-6 градусҡа тиклем күтәрелә. Яуым-төшөм туҡтай, төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ һаҡлана.