Бөтә яңылыҡтар
Экология
1 Апрель 2022, 16:35

Ҡурсаулы утрауҙар

29 мартта ҡаланың Йәш натуралистар станцияһында "Ҡурсаулы утрауҙар-2022" муниципаль конкурсының йомғаҡлау этабы үтте.

Ҡурсаулы утрауҙар
Ҡурсаулы утрауҙар

Конкурс "Йәш натуралистар станцияһы", "Ирәмәл" тәбиғәт паркы һәм Көньяҡ Урал ҡурсаулығы тарафынан берлектә ойошторолдо. Был сарала барлығы 12 команда ҡатнашты. Көньяҡ Урал ҡурсаулығы исеменән быйыл Инйәрҙең 1-се мәктәбенең "Экопатруль" һәм 3-сө мәктәбенең "Ер кешеләре" командалары сығыш яһаны.

Тәүҙә һәр бер команда үҙҙәре менән "Визиткала" таныштырҙы. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда конкурста ҡатнашыусылар сағыу сығыштарҙың күплеге менән һөйөндөрҙө. Һуңынан тәбиғәт һөйөүселәр үҙҙәренең "ҡурсаулы утрауҙары", унда алып барылған эштәр һәм тикшеренеүҙәр менән таныштырҙылар. Мәҫәлән, Мәхмүт мәктәбе уҡыусылары ауылдарында былтыр ултыртылған эрбет ағастарын, йәш натуралистар ҡала эсендәге паркты, шишмәне, Ағиҙел йылғаһының яр буйҙарын өйрәнгән һәм һаҡ аҫтына алған. "Экопатруль" командаһы ҡурсаулыҡтың Үҙәк усадьбаһы биләмәһендә урынлашасаҡ тәжрибә майҙансығы проекты менән сығыш яһаны. "Ер кешеләренең" ҡурсаулы утрауы - Башҡорт ҡаяһына һәм унда үҫкән ҡауырһынлы ҡылғанға арналғайны.

Тәбиғәт һөйөүселәрҙең байрамы брейн-ринг уйыны менән тамамланды. Киләсәк быуында тәбиғәткә ҡарата һөйөү, уны өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу барлығына инандырҙы "Ҡурсаулы утрауҙар - 2022".

Шулай уҡ барығыҙҙы "Парктар маршы" акцияһы сиктәрендә үткән "Ҡурсаулы тәбиғәт донъяһы" һүрәт төшөрөү конкурсында, "Сүплеккә ҡаршы, зирәклек алғы" сүп-сарҙан ижади эштәр эшләү конкурсында һәм "Донъяны өйрәнәбеҙ" ғилми-тикшеренеү һәм проект эштәре конференцияһында ҡатнашырға саҡырабыҙ. Барлыҡ мәғлүмәтте ҡурсаулыҡтың "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөндә табырға мөмкин. Һорауҙарығыҙ булһа, [email protected] электрон адресына мөрәжәғәт итегеҙ.

Азамат БАЙРАМҒӘЛИН,

Көньяҡ Урал ҡурсаулығы методисы

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: