Бөтә яңылыҡтар
Экология
5 Апрель 2022, 12:31

Тығын барлыҡҡа килеп, ауылды һыу баҫты

Боҙ оҙатыу ата-бабаларҙан ҡалған йола. Элек йылғала боҙ ҡуҙғалған көн оло байрамға әйләнгән. Йылғала боҙ ҡуҙғалғанын ҡарарға бар ауыл халҡы йыйылған. Ауырыу-сырхауҙарҙы, бәлә-ҡазаны, ҡайғы-хәсрәтте йыуып, ағыҙып ал кит, тип теләгән оло кешеләр. Һыуға ҡаршы баҫып изге теләк әйткәндәр, һаулыҡ һәм именлек һорағандар.

Тығын барлыҡҡа килеп, ауылды һыу баҫты
Тығын барлыҡҡа килеп, ауылды һыу баҫты

Ә бына яҙын үҙ көсөн, ғәйрәтен күрһәткән Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан ауылдар халҡына, бигерәк тә Йөйәк, Асы ауыл хакимиәттәренә ҡарағандарына, йола ҡайғыһы юҡ. Боҙҙоң тығындар барлыҡҡа килтермәй генә ағып китеүен, ташҡындың хужалыҡтарына зыян килтермәүен генә теләй ауыл халҡы. Тик тәбиғәттең үҙ ҡанундары шул...

Бөгөн төндә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан Ғәбдөк ауылында Инйәр йылғаһының ташыуы тураһында хәбәр итәләр. Ауылдан түбәндәрәк йылға үҙәненең 110 градусҡа ҡапыл боролоуы һөҙөмтәһендә тығын барлыҡҡа килә. Кисә киске сәғәт 8-ҙәр тирәһендә һыу күтәрелә башлай. Төнгө сәғәт 1-2 тирәһендә ауылдың 65 йорто һыу аҫтында ҡала. Бигерәк тә, 25 йорт ҙур зыян күрә. 115 кеше, шуларҙың 32-һе – балалар, эвакуациялана һәм ваҡытлыса урынлаштырыу пунктына, туғандарына урынлаштырылған.

Ғәбдөк ауылында 168 хужалыҡ, уларҙа 549 кеше йәшәй, шул иҫәптән 87 бала. Ауылды дүрт социаль объект: мәктәп, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты, ауыл мәҙәниәт йорто бар.

Йөйәк ауыл хакимиәте башлығы Рифат Ғилманов әйтеүенсә, ташҡын хаҡында халыҡҡа хәбәр итәлгән, мәғлүмәт еткерелгән. Ауылда дарыу һәм аҙыҡ-түлек запасы етерлек күләмдә.

“Әле ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү менән мәшғүлбеҙ. Зыян күреүселәрҙең исемлеген төҙөйбөҙ. Умарталары, малы зыян күргән хужалыҡтар ҙа бар. Һыу ҡайтты, Йәшлек урамында ғына боҙ ҡатламдары ята”, - тине Рифат Хәлит улы.

Аэрофото төшөрөүҙе ойоштороу, һыуҙың кимәлен һәм хәлде күҙәтеү буйынса ваҡиға урынында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш идаралығы буйынса оператив төркөм һәм пилотһыҙ авиация системаһы төркөмө эшләй.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр, район хакимиәте вәкилдәре ваҡиға урынында халыҡҡа ярҙам итә.

Тығын барлыҡҡа килеүе һөҙөмтәһендә Инйәр йылғаһында һыу ҡапыл күтәрелә һәм уның кимәле 475 сантиметр кимәленә етә. Иртәнге 8.30 сәғәткә һыу ҡайтып, 271 сантиметр тәшкил иткән.

Әле һыу ҡайтҡан, итектәр менән йөрөргә була, тип хәбәр итте урындағы халыҡ.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: