Бөтә яңылыҡтар
Экология
15 Апрель 2022, 12:18

Иғтибар! Янғын хәүефе миҙгеле башланды

Көндәрҙең йылытыуына һәм янғын хәүефенең артыуына бәйле, 2022 йылдың 15 апреленән Башҡортостандың урман фонды биләмәһендә янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел асылды.

Иғтибар! Янғын хәүефе миҙгеле башланды
Иғтибар! Янғын хәүефе миҙгеле башланды

Урманда түбәндәгеләр тыйыла:

  • усаҡ яғыу;
  • һүндерелмәгән шырпы, тәмәке төпсөгө ташлау;
  • шешәләр йәки быяла киҫәктәрен ҡалдырыу, сөнки улар яндырғыс линзалар кеүек эшләп китергә мөмкин;
  • ағастар аҫтында, аҡланда, үлән, шулай уҡ баҫыуҙа, урманда ҡамыл яндырыу;
  • ылыҫлы йәш урманда, торф ятҡылыҡтарында, ҡырҡындыларҙа, ҡоро үләнле урындарҙа, ағас сатырҙарында, шулай уҡ зарарланған урман участкаларында усаҡ яғыу;
  • урман хужалығы эштәре башҡарғанда ағас ҡалдыҡтарын яндырыу.

Урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн иҫкәртеү яһала йәки административ штраф һалына:

- граждандарға — 1 500-3 000 һум;

- вазифалы кешеләргә — 10 000-20 000 һум;

- юридик берәмектәргә — 50 000-200 000 һум.

«Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы тәбиғәт янғындары менән бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуыуына юл ҡуймау өсөн янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәүҙе һәм тораҡ пункттарҙы уттан һаҡлау өсөн уяулыҡ күрһәтеүҙе һорай. Урманда йәки уның эргәһендә нимәлер янғанын күрһәгеҙ, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә йәки Урман һағының берҙәм номерына шылтыратығыҙ: 8 (347) 218-14-14, 8 (800) 100-94-00», — тип белдерҙеләр министрлыҡта.
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: