Бөтә яңылыҡтар
Экология
16 Апрель 2022, 23:53

Йөйәк - Ғәбдөк юлын һыу баҫҡан

Ямғыр яуыуы һәм ҡарҙың тиҙ иреүе сәбәпле, Инйәр йылғаһы ныҡ ташты. Һөҙөмтәлә Йөйәк – Ғәбдөк юлының өсөнсө саҡрымында 100 метр участканы һыу баҫҡан. Һыуҙың тәрәнлеге 35-40 сантиметр тирәһе.

Йөйәк - Ғәбдөк юлын һыу баҫҡан
Йөйәк - Ғәбдөк юлын һыу баҫҡан

Ауыл хакимиәте башлығы белдереүенсә, ауылға бары ҙур техника менән генә үтергә мөмкин. Йорттарҙы һыу баҫыу янамай. Һыу баҫҡан участкаларҙа социаль әһәмиәттәге һәм хәүеф тыуҙырған объекттар юҡ.

Ауыл хакимиәте халыҡты иҫкәрткән. Аҙыҡ-түлек, дарыу һаҡламы етерлек күләмдә. Әлегә халыҡтан мөрәжәғәттәр булмаған.

Хәл күҙәтеү аҫтында, тип хәбәр итә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: