Бөтә яңылыҡтар
Экология
30 Апрель 2022, 12:44

Урман хужалығы министрлығы иҫкәртә!

Оҙайлы май байрамдарында халыҡ тәбиғәткә сығырға ярата. Һөҙөмтәлә ял итеү урындарында янғын хәүефе көсәйә.

Урман хужалығы министрлығы иҫкәртә!
Урман хужалығы министрлығы иҫкәртә!

Был осорҙа урмандарҙа ниҙәр тыйылғанын һәр кем белергә тейеш:

— шырпы ташлау, тәмәке тартыу, янған сепрәктәрҙе ырғытыу;

— ылыҫлы йәш ағастар, шырлыҡтар, ботаҡтары тәпәш ағастар эргәһендә ут тоҡандырыу;

— урманда ҡояш нурҙары аҫтында тоҡанып китерлек әйберҙәр ҡалдырыу;

— ҡоро үләнде ҡыуаҡлыҡтар, ағастар аҫтында яндырыу;

— ел булғанда ут тоҡандырыу һәм уны ҡарауһыҙ ҡалдырыу;

— утты янып торған килеш ҡалдырыу.

Урман янғынын үҙаллы һүндерә алмаған осраҡта тиҙ арала бынан хәүефһеҙ урынға күсергә һәм Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығына 8 (347) 218 – 14 – 14 йәки Урман һаҡсыларының берҙәм телефонына 8 (800) 100 – 94 – 00 шылтыратырға кәрәк.

Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу осрағында административ штраф һалынасаҡ:

— граждандар өсөн 1500 һумдан алып 3000 һумға тиклем;

— вазифа биләгәндәргә — 10 000 һумдан алып 20 000 һумға тиклем;

— ойошмалар өсөн — 50 000 һумдан алып 200 000 һумға тиклем.

Урманға яҡын урынлашҡан ер биләмәләрендә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ штраф һалына:

— граждандар өсөн 3000 һумдан алып 4000 һумға тиклем;

— вазифа биләгәндәр өсөн — 15 000 һумдан алып 25 000 һумға тиклем;

— ойошмаларға — 150 000 һумдан алып 250 000 һумға тиклем.

Республика халҡы һәм ҡунаҡтары! Ут менән һаҡ булығыҙ! Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ! Урман тураһында даими хәстәрлек күрегеҙ!

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: