Бөтә яңылыҡтар
Экология
6 Май 2022, 15:50

Талпан боррелиозын йоҡтороу осраҡтары арта

6 майға Өфөнөң медицина учреждениеларына 137 кеше талпан ҡаҙалыуға зарланып мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 59-ы - балалар (республика буйынса 765 һәм 294). 

Талпан боррелиозын йоҡтороу осраҡтары арта
Талпан боррелиозын йоҡтороу осраҡтары арта

Был хаҡта Өфө хакимиәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың республика идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина хәбәр итте.

Пермина билдәләүенсә, талпан энцефалитын йоҡтороу - 0,4%, ә талпан боррелиозы менән ауырыу 14,7% тәшкил иткән, был иһә күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ. Инфекция йөрәкте, нервы системаһын, тирене һәм быуындарҙы зарарлай, инвалидлыҡҡа килтерергә мөмкин.

Фото: kubnews.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: