Бөтә яңылыҡтар
Экология
7 Май 2022, 19:26

Тирләндә урман "янғыны” һүндерелде

Бөгөн Тирләндә янғын-ҡотҡарыу вертолеты Ка-32 ярҙамында урман янғынын һүндереү буйынса күнекмәләр үтте.

Тирләндә урман "янғыны” һүндерелде
Тирләндә урман "янғыны” һүндерелде

Бындай техника янғынды һауанан һыу “ырғытып” һүндереү өсөн тәғәйенләнгән. Вертолет һыуҙы Тирлән быуаһынан ала.

Күнекмәләрҙә Белорет ҡотҡарыу отряды, Тирлән янғын часы, урман янғындарын һүндереү станцияһынан 50 янғын һүндереүсе, 16 техника  һәм ирекмәндәр ҡатнашты.

Күнекмәләргә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселек итте. Шулай уҡ, Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һәм дәүләт органдарының башҡа вәкилдәре килде.

Әйткәндәй, бөгөн Николаевка ауыл хакимиәтенә автономлы һурҙырғыс менән янғын һүндереү прицебы ла тапшырылды. Был төпкөл ауылдарҙағы янғын һүндереү командаларына ҙур ярҙам буласаҡ.

Үткән аҙнала Абҙаҡ янғын часы “Урал” янғын-ҡотҡарыу (автоцистернаһы менән ) машинаһына тулыланды. Техника тораҡ пункттарҙа һәм сәнәғәт объекттарында эшләй аласаҡ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: