Бөтә яңылыҡтар
Экология
11 Ғинуар 2023, 16:00

Тәбиғәт һаҡсыһы

Көньяҡ Уралдың тәбиғәт байлыҡтарын - ылыҫлы урмандарҙы, һирәк осраған үҫемлектәрҙе, ҡырағай хайуандар донъяһын, тау йылғаларын, һаҙлыҡтарҙы һәм башҡа тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау маҡсатында 1978 йылда Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы булдырыла. Ҡурсаулыҡтың майҙаны 250 мең гектарҙан ашыу, ул республикабыҙҙың иң ҙур ҡурсаулығы. Уның төп өлөшө Белорет районына тура килһә, ун процент тирәһе Силәбе өлкәһенә ҡарай. Ҡурсаулыҡ таулы һәм урманлы төбәктә урынлашҡан, бында бейеклеге 1 мең метрҙан ашҡан 25-ләп тау түбәләре иҫәпләнә. Көньяҡ Уралдың иң бейек нөктәһе - бейеклеге 1639 метр булған Оло Ямантау тауы ла урын алған. 

Тәбиғәт һаҡсыһы
Тәбиғәт һаҡсыһы

Ҡурсаулыҡтың территорияһы Ямашты, Телмәй, Йүрүҙән, Машаҡ, Лапышты, Бирҙеғол һәм Нура урмансылыҡ участкаларына бүленгән. Бөгөнгө һүҙебеҙ - Лапышты участка урмансылығы хаҡында булыр.

Лапышты участка урмансылығы ҡурсаулыҡтың көньяҡ өлөшөндә, Юша, Еләкте, Мәйердәк һырттары иңендә урынлашҡан. Урмансылыҡ биләмәһе буйлап Оло Инйәр, Юша, Бағарышты, Үрге Лапышты, Мәнәү йылғалары үҙҙәренә юл яра. Урмансылыҡ менән сиктәш Татлы ҡасабаһы, Кәртәле, Тихий Ключ, Дубинск, Үрге һәм Түбәнге Мәнәү ауылдары ята. Урмансылыҡтың контораһы Татлы ҡасабаһында (көньяҡ-көнбайыш Межгорье микрорайонында) урынлашҡан.

- “Лапышты” һүҙенең аныҡ ҡына аңлатмаһы юҡ. Ҡурсаулыҡ ойошторолған саҡта урмансылыҡтың контораһы әлеге мәлдә бөткән Лапышты ауылында урынлашҡан булған, уның исеме шунан тороп ҡалған да инде, - тип һөйләй участка урмансылығының өлкән дәүләт инспекторы Зариф Шәриф улы Мозафаров. - Мин етәкселек иткән урмансылыҡтың майҙаны 33,5 мең гектарҙан ашыу. Ул 10 обходка бүленгән. Уларҙың һәр береһе дәүләт инспекторҙары иңенә беркетелгән. Әлеге мәлдә беҙҙә барлығы 8 дәүләт инспекторы хеҙмәт итә. Уларҙың күбеһе Татлынан, яҡындағы Олойылға ҡасабаһынан, Кәртәле ауылынан. Шунлыҡтан ҡурсаулыҡтың тәбиғәткә генә түгел, социаль роле лә баһалап бөткөһөҙ.

Лапышты урмансылығының майҙаны 2,12 мең га еткән, 8 кварталдан торған 9-сы һанлы обходы Сәғәҙәтов Хәлит Хәлфетдин улы иңендә. Белорет районының Кәртәле ауылынан булған дәүләт инспекторы Көньяҡ Урал ҡурсаулығында 32 йылдан ашыу хеҙмәт итә. Ул ошо ауылда 1963 йылда ғаиләлә кинйә бала булып донъяға килә. Атаһы Хәлфетдин Сәмсетдин улы ғүмере буйы леспромхозда ағас ҡырҡыусы, һуңынан лесхозда балта оҫтаһы булып эшләй. Хәлит ағай башланғыс синыфтарҙы Кәртәлелә, урта синыфтарҙы Кәртәле Запанында уҡыһа, мәктәпте 1981 йылда Ишлелә тамамлай. Шул уҡ йылдың көҙөндә әрме сафына алына, Киров өлкәһендә Оборона министрлығы ҡарамағындағы химик институтының һаҡ ротаһында хеҙмәт итә. Әрменән һуң Белорет ҡалаһында металлургия заводында хеҙмәт юлын башлай, һуңынан Магнитогорск ҡалаһында "Мостоотряд"та монтажник булып эшләп ала. Тик ни тиһәң дә, яҙмыш һуҡмаҡтары кире тыуған яҡтарына илтә. Кинйә ул Хәлит 1990 йылда Кәртәлегә атай йортона ҡайтып төпләнә. Атаһы кеүек урман эше күңеленә ятканғалыр, Хәлит Хәлфетдин улы урмансы булып, Көньяҡ Урал ҡурсаулығына эшкә төшә.

- Ҡурсаулыҡта эшләү ваҡыты үҙе бер ғүмер инде ул, - тип һүҙен башланы Хәлит Хәлфетдин улы. - Урмансы һөнәре тәүҙән үк күңелемә ятты. Тәбиғәт ҡосағында йөрөп эшләү һаман да оҡшай. Заманында, 90-сы йылдарҙың ауыр булыуына ҡарамаҫтан, ҡурсаулыҡ тип йән атып эшләнек. Хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы ҡурсаулыҡ буйлап рейдтар үткәрҙек, йыл һайын гектарлап ағас ултыртып, уларҙы тәрбиәләнек. Йәй булһа урманда кварталдар буйлап ҡырҡынты һалдыҡ. Халыҡҡа утын ебәреү, ҡурсаулыҡ ихтыяжы өсөн утын әҙерләү булһынмы, урманда күп йөрөлдө инде ул. Әлеге мәлдә лә эш етерлек. Урмансылыҡ биләмәһе буйлап патруль рейдтары үткәреп торабыҙ. Йәнлектәр, ҡоштар һанын белеү өсөн маршрут иҫәптәре, күҙәтеүҙәр алып барып ҡурсаулыҡтың ғилми бүлегенә лә ярҙам итәбеҙ. Шулай уҡ урмансылыҡ биләмәһендәге Юша һыртының иң бейек нөктәһе - Дүнән-Һуйған тауына экологик маршрут та эшләп килә. 2018 йылда асылған маршрут халыҡ араһында киң танылыу яулап өлгөрҙө. Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Магнитогорск, Сибай ҡалаларынан күпләп киләләр. Екатеринбург, Силәбе, Ижевск яҡтарынан да килгеләйҙәр. Шул туристарҙы ҡаршы алып, кәрәк саҡта оҙатып та йөрөйбөҙ. Тағы беҙҙең биләмәлә урман йорттары бар, уларҙы ҡарап-йүнәтеп торабыҙ. Ҡар иреп, яңынан ятҡансы тәбиғәт янғындарын булдырмау өсөн һаҡ режимы көсәйә. Әммә йылдан-йыл ҡабатланған ҡоролоҡ һәм кешеләрҙең вайымһыҙлығы арҡаһында һуңғы 2 йыл эсендә янғындар булып алды.

- Хеҙмәттәшебеҙ Хәлит Хәлфетдин улын маҡтап ҡына телгә алырлыҡ. Урмансылыҡ хужалығының байтаҡ өлөшөн үҙ иңендә тарта ул. Урман йорттарын йүнәтеүҙә ҡатнаша, яҡшы балта оҫтаһы. Зирәк, тырыш, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ваҡытында белем алған булһа, һис шикһеҙ, юғары урында ултырыр ине, - ти хеҙмәттәше хаҡында дәүләт инспекторы Лилиә Долорес ҡыҙы Шәйәхмәтова.

- “Ағас - япрағы, кеше эше менән күркәм”- был һүҙҙәр тап Хәлит Хәлфетдин улы хаҡында әйтелгәндер, - тип өҫтәй Зариф Шәрифулла улы Мозафаров, - Уның хеҙмәте Тәбиғәт министрлығы, Республиканың профсоюздар ойошмаһы тарафынан юғары баһаланды, ҡурсаулыҡтың Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.

Ҡурсаулыҡта эшләгән осорҙаҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә булғылай. Ошотурала Хәлит ағай бына нимәләр һөйләне:

- Был ваҡиға 9 йыл элек булды. Мәйгәште эргәһендә, 59-сы кварталда ҡырҡынты һалабыҙ, квартал бағаналарын яңыртып ултыртабыҙ. Башҡалар ял иткән арала, әҙерәк алғараҡ атлап, тирә-яҡты ҡарап алырға булдым. Әҙерәк торғас ҡараһам артымдан "Буханка" машинаһы килә. Юл ситенән, "Буханка" артынан бик ҙур, ғүмерен йәшәгән айыу эйәреп йүгерә. Машинала булғандар йәнлекте күрмәйҙәр, иғтибар ҙа итмәйҙәр. Водителгә ым-ишара менән күрһәтеп маташам. Аңланылар, минең эргәгә етәрәк машина туҡтаны. Мин дә торған урынымда шаҡ ҡатҡанмын. Машина туҡтаған ыңғайына айыу ҙатуҡтап ҡалды. Күҙәтәм, айыу ысынлап та бик ҙур, ундайҙы быға тиклем күргәнем дә булманы. Берәй нәмәбула ҡалһа, "Буханка"быҙҙы тәгәрәтеп кенә йөрөтөр ине ул.  Айыу беҙҙе күҙәтә, ырылдап маташа. Бер минут үттеме, юҡмы, айыу ҡапыл артынаәйләнде лә 4-5 м арауыҡты бер һикереп, урман төпкөлөнә инеп юғалды. Айыу күбеһенсә күҙгә күренеп бармай, уны йыш ҡына ишетергә туракилә. Бер мәл яҙ көнө һуйыр уйындары эргәһендә патруль үткәрәбеҙ.Бына бит, беҙҙән 20 метр тирәһеләй арауыҡта, урман эсендә айыу ботаҡтарҙы һындырып, беҙҙең арттан йөрөй. Беҙ тауышланһаҡ, бер аҙға шымып ҡала. Шул тирәлә булғансы өйрөлдө ул беҙҙең эргәлә.

Башҡа йәнлек, ҡоштарҙы ла йышосратабыҙ. Мәҫәлән, эңер ваҡытында урмандан ҡайтып килгәндә мышыларҙың ҡыуаҡ остарын ашап торғанын күп тапҡыр күргәнем бар. Төлкө, ҡуян, ҡоралайҙар ҙа тап була.

Хәлит Хәлфетдин улы ғаиләһендә өлгөлө атай. Ҡатыны Нәзирә менән 2 ул тәрбиәләп үҫтереп, белем биргәндәр. Әлеге көндә оло улдары Айнур Татлы ҡасабаһында МУП ЖКХ ойошмаһында диспетчер булып эшләй, ҡатыны менән Амелия исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Кесе улы Илмир Өфөлә һатыу өлкәһендә эшләй.

- Ҡурсаулыҡта эшләгән коллегаларыма тәүҙә иҫәнлек-һаулыҡ теләр инем. Һаулыҡ булғанда ғына барнәмәгә өлгәшергә була. Тағы ла ғаилә именлеге теләйем. Ҡурсаулыҡтың киләсәге яҡты булһын, беҙгә алмашҡа тәбиғәтте яратҡан, эш мәғәнәһен белгән йәштәр килһен. Ҡурсаулыҡтар көнө менән! - тип йомғаҡланы һүҙен Хәлит Хәлфетдин улы Сәғәҙәтов.

11 ғинуар көнө илебеҙҙә Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнөбилдәләнә. 1916 йылда, тап шулкөндә Рәсәйҙә беренсе булып Баргузин ҡурсаулығы булдырыла.Ошо уңайҙан Көньяҡ Урал ҡурсаулығында, республикабыҙҙыңмахсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләрендә эшләгән барлыҡ хеҙмәттәштәребеҙҙе ҡотлайым.Һаулыҡ, бәхет, яңынан-яңы үрҙәр һәм барлыҡ хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйем. Гүзәл тәбиғәтебеҙҙе һаҡлаған биләмәләргә дәүләт тарафынан матди ярҙам, йәмғиәт яғынан иғтибар ҙа артһын ине. Байрам менән!

Азамат БАЙРАМҒӘЛИН,

Көньяҡ Урал ҡурсаулығыныңматбуғат хеҙмәткәре.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: