Бөтә яңылыҡтар
Экология
10 Март 2023, 15:20

Туризмды үҫтереү - мөһим мәсьәлә

Беҙҙең төйәк туристар өсөн мауыҡтырғыс сәйәхәт урынына әйләнде. Тау саңғыһы, йәйәүлеләр, һыу, спорт туризмдары, ял көнө турҙары айырыуса популяр. Районда туристик базаларҙы арттырыу һәм хеҙмәтләндереү кимәлен яҡшыртыу йәһәтенән эштәр алып барыла. Бөгөнгө көндә төйәктә 34 юл буйы сервисы бар: 8 автозаправка, 23 ҡунаҡхана һәм туҡланыу нөктәһе, бер сауҙа үҙәге (Инйәрҙә). Уҙған йылда ике яңы объект файҙаланыуға тапшырылһа, дүртәүһе яңырыу кисерҙе.

Туризмды үҫтереү - мөһим мәсьәлә
Туризмды үҫтереү - мөһим мәсьәлә

Экотуризм буйынса яңы объекттар - глэмпингтар барлыҡҡа килде. Бөгөн Сосновка, Ишле, Арский ташы, Отнурок, Йөйәк ауылдарында, Белорет ҡалаһында алты теркәлгән объект эшләй.

Яңы туристик маршруттар төҙөү - туризмдың үҫешен тәьмин иткән йүнәлештәрҙең береһе. Был йәһәттән Николаевка, Ишле ауыл хакимиәттәрендә әүҙем эш алып барыла. Ирәкташ (Инзерские зубчатки) буйындағы 8 гектар самаһы ер участкаһы муниципаль милек иҫәбенә индерелде.

Ирәкташ һуҡмағына линиялы объект статусы бирелеү менән ағас ҡырҡыу туҡтатылды. Әлеге көндә Ирәкташ территорияһын Ирәмәл тәбиғәт паркы биләмәһенә индереү буйынса тикшеренеү эштәре алып барыла. Был мөһим аҙым мөһабәт тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.

Яҡын киләсәктә Тирлән һәм Николаевка ауыл биләмәләрен туристик-рекреация тибындағы “Урал”махсус иҡтисади зонаға индереү планлаштырыла. Әлегә зонаға “Тәңре”, “Арский ташы” турбазалары, “Абҙаҡ” балалар комплексы ингән. Зонаның резиденттары өсөн һалым ташламалары ҡаралған. Был эш республика Хөкүмәте менән берлектә алып барыла.

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: