Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Март 2023, 20:21

Иҫкәртелгән, тимәк, әҙерләнгән

Иҫкәртелгән, тимәк, әҙерләнгән. Тик күп осраҡта был иҫкәртеүҙәрҙе инҡар итеп ебәрәбеҙ шикелле. Тейешле органдарҙың яҙғы ташҡынға ҡаршы ойошторолған аңлатыу саралары, иҫкәртеү рейдтары һѳҙѳмтә бирәме?

Иҫкәртелгән, тимәк, әҙерләнгән
Иҫкәртелгән, тимәк, әҙерләнгән

Был йәһәттән былтырғы осраҡты миҫалға килтереү ҙә етәлер. Башҡортостан Республикаһының а янғынға ҡаршы хеҙмәте дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Инйәр ауылындағы янғын часы хеҙмәткәрҙәре ташҡын хәүефе янаған ауылдар халҡы менән осрашып, аңлатыу эштәре алып барып, малын, мѳлкәтен хәүефһеҙерәк урынға күсереүҙе һораһа ла инҡар итеүселәр табыла. Һәм шул уҡ кѳндѳ, йылға ярҙарынан сығыу, оло хәүеф тыуыу, тығындар барлыҡҡа килеү сәбәпле, янғын часы хеҙмәткәрҙәренә ауыл халҡын, малын хәүефһеҙ урынға күсерергә тура килә лә инде. Бындай миҫалдар, әлбиттә, күп.
Яҙ етеп, йылға-шишмәләр тулыланып ярҙарынан сығыу менән һыу ятҡылыҡтары буйында урынлашҡан ауылдарҙы һыу баҫыу ҡурҡынысы янай. Шуға ла хәүеф янаған тораҡ пункттарҙа ташҡын һәм янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү буйынса Инйәр, Асы, Йѳйәк ауыл биләмәләрендә хакимиәт белгестәре менән берлектә иҫкәртеү рейдтары үтте. Ауыл халҡы араһында аңлатыу эштәре алып барылды, брошюра-иҫкәртмәләр таратылды. Хәүефһеҙлек маҡсатында ҡиммәтле әйберҙәрҙе ҡыйыҡҡа күсереп торорға, йорт йыһаздарын, кѳнкүреш әйберҙәрен бер метр бейеклеккә күтәрергә, документтар, ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы, дарыу һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы ҡул аҫтында тоторға тәҡдим ителде.
Инйәр тѳбәгенә ҡараған ауылдарҙа боҙ китте тиерлек. Шулай ҙа хәүефһеҙлек миҙгеле бѳтмәгән әле.
Ҡотҡарыу хеҙмәтенең берҙәм телефоны: 01, 112.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Рәил ХИСМӘТУЛЛИН,
Инйәр янғын часы начальнигы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: