Экология
29 Марта 2023, 07:10

Ҡоштарҙы хәстәрләп

Халыҡ-ара ҡоштар көнө алдынан Шығай ауыл “Тамъян” модель китапханаһы һәм “Йәйғор” балалар баҡсаһы “Экология - һәр кемдең хәстәре” исемле китапхана-ара экологик акцияла ҡатнашты.

Ҡоштарҙы хәстәрләпҠоштарҙы хәстәрләп
Ҡоштарҙы хәстәрләп

Саф һауала уҙған сарала кескәйҙәр ниндәй ҡоштарҙың яҙын тыуған яҡҡа ҡайтыуы, ҡайһыларының йыл әйләнәһенә үҙ төйәгендә йәшәүе тураһында белемдәре менән уртаҡлашты. Халыҡ-ара ҡоштар көнөнөң тарихы ла балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Әйткәндәй, был дата осраҡлы ғына һайланмаған: тап ошо осорҙа йылы яҡтарҙан ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ҡайта һәм кешеләр уларҙы сыйырсыҡ оялары, тағараҡтар менән лайыҡлы ҡаршыларға тейеш.

Китапханасы “Урманда” тип аталған сағыу энциклопедияға байҡау яһап, ҡыҙ-малайҙарҙы ҡоштар менән таныштырҙы. Һуңынан кескәйҙәр тағараҡтарға ем һалып, ситтән генә ҡошсоҡтарҙыҡ тәғәм ҡылыуын күҙәтеп торҙо.

Әйләнә-тирәләге донъяны танып-белергә өйрәткән, тәбиғәткә, тереклеккә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләгән фәһемле саранан һәммәһе лә ҡәнәғәт ҡалды.

Ольга ҒӘЛИУЛЛИНА.

Шығай ауыл”Тамъян” модель

китапханаһы хеҙмәткәре.

 

Автор:
Читайте нас