Бөтә яңылыҡтар
Экология
3 Апрель 2023, 17:49

Тәбиғәт янғынының хәүефле мәле!

Ҡар ҡатламы иреп бөтөү менән янғын сығыу осраҡтары арта ғына.

Тәбиғәт янғынының хәүефле мәле!
Тәбиғәт янғынының хәүефле мәле!

Статистика мәғлүмәттәрен алғанда, илебеҙ халҡының яртыһы тәбиғәт янғындарың сәбәптәре булып ҡояш һәм эҫе һауа торошо тора икән тип уйлай. Ә бит 90 % урман янғындарының төп сәбәбе – кеше һәм уның эшмәкәрлеге!

Ҡар иреп йәшел үлән ҡатламы ҡалҡҡансы йә оҙайлы көҙгө ямғырҙар башланғансы урмандарҙа янғын хәүефе режимы һаҡлана. Был ваҡытта урманға килеүселәргә ут менән ҡулланыу өсөн төрлө сикләүҙәр һәм тыйыуҙар ҙа индерелә. Улар менән танышып үтәйек:

- ылыҫлы йә ҡороған ағаслы урмандарҙа, торф ятҡылыҡтарында, тазартылмаған урман диләнкәләрендә һәм ҡырҡынтыларҙа, ҡоро үләнле ерҙәрҙә һәм ағас сатыры аҫтында асыҡ ут (усаҡ, мангал, паять итеү лампалары һ. б.) ҡулланыу тыйыла;

- башҡа урындарҙа асыҡ утты 0,5 метрҙан да кәм булмаған минераль һыҙат (ерҙең тупраҡҡа тиклем таҙартылған ере) булғанда ғына рөхсәт ителә;

- асыҡ утты ҡулланғандан һуң быҫҡыуы бөткәнсе тупраҡ менән күмергә йә һыу һибергә кәрәк;

- яндырылған шырпыларҙы, һүнмәгән күмер-көлдө, тәмәке төпсөктәрен һәм быяла һауыттарҙы ташлап ҡалдырыу тыйыла;

- май, бензин йә башҡа яғыулыҡ матдәләренә буялған сепрәк кеүек әйберҙәрҙе рөхсәт ителмәгән урындарҙа ҡалдырыу тыйыла;

- яғыулыҡ матдәләре тултырылған һауыттарҙы ҡояш нурҙары төшкән асыҡ урындарҙа ҡалдырыу, шулай уҡ двигателгә яғыулыҡ биреү системаһы төҙөк булмаған осраҡта транспортты ҡулланыу тыйыла.

Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә йә сиктәш урындарҙа урман янғынын асыҡлаһағыҙ, 8-800-100-94-00 телефоны буйынса "Урман һағының тура линияһына" йәки Көньяҡ Урал ҡурсаулығының Урман һаҡлау бүлегенә (34792) 7-68-10, 7-68-11 телефондары буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала.

Уттан бер нимә лә ҡалмай. Уның менән һаҡ эш итегеҙ, тәбиғәт янғынының сәбәбенә әйләнә күрмәгеҙ!

 

Көньяҡ Урал ҡурсаулығының биләмәне һаҡлау бүлеге.

Фото: minprir.75.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: