Бөтә яңылыҡтар
Экология
4 Апрель 2023, 13:01

Республикала ҡыу үлән яна

4 апрелгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда ҡыу үлән яныуға бәйле 43 янғын теркәлгән. 

Республикала ҡыу үлән яна
Республикала ҡыу үлән яна

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәүлек эсендә 28 термик нөктәнең 22-һе раҫланған.

Ведомствола белдереүҙәренсә, 20 янғын һүндерелгән, икәүһе яна: Илеш районында — Иҫке Татыш ауылынан 2,3 саҡрым, Йылайыр районында иһә Йылайырҙан 2,8 саҡрым алыҫлыҡта.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: