Бөтә яңылыҡтар
Экология
6 Апрель 2023, 11:35

Икенсе һәм өсөнсө класлы янғын хәүефе күҙәтелә

6 апрелгә Башҡортостандың урман фондында икенсе һәм өсөнсө класлы янғын хәүефе күҙәтелә. 

Икенсе һәм өсөнсө класлы янғын хәүефе күҙәтелә
Икенсе һәм өсөнсө класлы янғын хәүефе күҙәтелә

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән «Башинформ»ға хәбәр итеүҙәренсә, Федоровка районында икенсе класлы янғын хәүефе теркәлгән.

Өсөнсө класлы янғын хәүефе — 31 муниципаль берәмектә: Әбйәлил, Әлшәй, Архангел, Асҡын, Баймаҡ, Баҡалы, Балаҡатай, Белорет, Бәләбәй, Бөрө, Бөрйән, Бүздәк, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ҡариҙел, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Кушнаренко, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә, Яңауыл райондары һәм Өфө.

«Тәүлек эсендә 7,103 гектар майҙанда 17 ҡоро үлән яныу осрағы теркәлгән. Барыһы ла һүндерелгән. 2023 йыл башынан республикала йәмғеһе 47,2592 гектар майҙанда ошондай 83 янғын булған», — тип белдерҙеләр ведомствола.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-06/v-lesnom-fonde-bashkirii-nablyudayutsya-2-i-3-klassy-pozharoopasnosti-3206862

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: