Бөтә яңылыҡтар
Экология
11 Апрель 2023, 12:55

17 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Башҡортостанда 3 апрелдә быйыл тәүге урман янғыны теркәлгән — Белорет районында ярты гектар урман янған. 

17 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә
17 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Утты сәғәт ярым эсендә һүндергәндәр. Шулай уҡ бер аҙнала 45 муниципалитетта, дөйөм майҙаны 150 гектарҙан ашыу ерҙә, ҡоро үлән яныуҙың 202 осрағы теркәлгән. Был хаҡта 10 апрелдә оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.

«Шуға урман янғындарына һәм ҡоро үлән яныуға, уттың ауылдарға һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәренә күсеүенә юл ҡуймау өсөн 17 апрелдән республика биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерергә тәҡдим итәбеҙ», — тине Фәрит Ғүмәров.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: