Мәғлүмәттәр буйынса, хужабикә хужалығында ҡоро үләнде яндырмаҡсы булған һәм ут бар ауылды ялмап алған. Биш йорттан ни бары көл-күмер генә тороп ҡалған.
– Ауыл тулыһынса яна. Ҡот осҡос хәл. Биш йорт янып бөттө, тағы ла бер нисәүһенә ҡурҡыныс янай. Бындағы техника ҡотҡарыр хәлдә түгел, һыу бөттө. Бөтә райондан машиналар килде. Әммә ҡотолғоһоҙ хәлдәр, – тип һөйләй янғын һүндереүсе видеояҙмала.
Көндәр йылыныу менән шәхси йорттарҙа йәшәүселәр ихата алдын, баҡсаларын таҙартыуға тотона. Йорт янында сүп-сар яндырмағыҙ, ҡыйға ут төртмәгеҙ. Бер шырпынан тоҡанған ут тотош ауылды ялмап алыуы мөмкин. Ут менән шаярмағыҙ!
Фото һәм видео: Татар-информ