Бөтә яңылыҡтар
Экология
17 Апрель 2023, 14:50

Белорус зубрҙары килтерелә

Белорус зубрҙарының популяцияһын булдырыу өсөн Башҡортостанға 2023 йылда 18 баш мал килтерелә, тип хәбәр итә «Башинформ». Был турала дүшәмбе Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдерҙе.

Белорус зубрҙары килтерелә
Белорус зубрҙары килтерелә

Ведомство етәксеһе Өфөлә үткән Экологик форум һәм VII «Экология һәм технологиялар» махсуслаштырылған күргәҙмәһе хаҡында һөйләне. Сарала Рәсәйҙең 9 төбәгенән 50-нән ашыу компания ҡатнашты. Форумда бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды, атап әйткәндә, Башҡортостан Республикаһында зубрҙар төркөмөн булдырыу өлкәһендә халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе бойомға ашырыу тураһында.

— Яҡшы сара. Барлыҡ килешеүҙәрҙе үтәү һәм ошо өлкәләге эшмәкәрлегебеҙҙе киңәйтеү мөһим, — тип билдәләне Андрей Назаров.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда зубрҙарҙы Күгәрсен районының «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы менән сиктәш Ыҡ дәүләт зоологик заказнигы биләмәһендә урынлаштырырға йыйыныуҙарын хәбәр иткәйне. Был хаҡта Башҡортостандың көньяҡ райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары менән зона кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-17/dlya-razvedeniya-populyatsii-belorusskih-zubrov-v-bashkiriyu-v-2023-godu-zavezut-18-osobey-3222990

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: