«Быйыл май башынан Волга буйы федераль округындағы 16 сығанаҡта ҡырағай ҡоштарҙың (аҡсарлаҡтарҙың) киҙеү менән сирләүе асыҡланған. Марий Эл һәм Удмурт республикаларының һыу ятҡылыҡтарында — дүртешәр, Киров өлкәһендә һигеҙ сығанаҡ табылған. Йоғошло сирҙең беҙҙең республика биләмәһенә үтеп инеү ихтималлығы ҙур», — тип белдерҙеләр республиканың ветеринария идаралығында.
Белгестәр әйтеүенсә, ауырыу бик тиҙ тарала, 100% үлем осрағына, шулай уҡ агросәнәғәт комплексында ҙур иҡтисади зыян килтерергә һәләтле.
Ҡош киҙеүен Башҡортостандың ҡошсолоҡ хужалыҡтарына индермәү өсөн барлыҡ сараларҙы күрергә кәрәк.
«Ҡош-ҡортоғоҙ ҡырыла башлаһа йәки инфекцияға шик булһа, тиҙ арала дәүләт ветеринария хеҙмәтенә йәки 8-800-77-55-828 номерына (ҡыҙыу бәйләнеш) шылтыратығыҙ. Беҙҙең ветеринария лабораторияларында материалдарҙы тикшереүгә ҡабул итәләр», — тип өҫтәнеләр Башҡортостандың ветеринария идаралығында.
https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-11/bashkirii-grozit-ptichiy-gripp-3253528